Баш ҡаланың Дим районында йәшәгән Регина Подрядова социаль селтәрҙә үҙе йәшәгән урамдың яҡтыртылмауына бәйле мөрәжәғәт ҡалдырған ине.
“Беҙ йәшәгән Күсимов урамындағы 11-се йортто 2019 йылда тапшырҙылар. Шуға ҡарамаҫтан, йорт тирәләй ҙә, йортҡа илткән юл буйында ла электр яҡтыртҡыстары юҡ, бағаналар ғына һерәйеп ултыра. Ә ағымдағы йылда тапшырылған 9-сы, 10-сы йорттар тирәләй яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Бөтә йорттарҙы ла “Крона” йәмғиәте төҙөнө. Был проблема менән бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итһәк тә, боҙ урынынан ҡуҙғалмай. Ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ”, - тип үтенә ул.
Дим районы хакимиәтенән, проблеманың ыңғай хәл ителеүе, Күсимов урамындағы 11-се йорт тирәләй яҡтыртҡыстар ҡуйылыуы тураһында хәбәр иттеләр.
Фото: "Инцидент-Менеджмент" системаһы.