Инцидент
6 Ноябрь 2020, 17:50

Киләһе йылда һыу менән проблема булмаясаҡ

"Инцидент" системаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Стәрлетамаҡ районының Беренсе Май ауылында ҙур мәсьәлә хәл ителде.

Быйылғы эҫе йәй күптәрҙе ҡыуандырһа, төрлө проблемалар ҙа булдырмай ҡалманы. Мәҫәлән, ҡайһы бер ауылдарҙа эсәр һыуға ҡытлыҡ тыуҙы. “Инцидент-Менеджмент” системаһына ошо мәсьәлә буйынса күп кенә мөрәжәғәттәр килде. Уларҙың береһе Стәрлетамаҡ районының Беренсе Май ауылында йәшәгән Наталья Ильинанан.
"Ауылыбыҙ йыш ҡына һыуһыҙ ултыра. Ҡайһы берҙә төндәрен тамсылап аға. Тик был хәл беренсе йыл ғына дауам итмәй. Кемгә яҙырға ла белмәйбеҙ", – тип яҙҙы ул июль уртаһында.
Стәрлетамаҡ хакимиәте вәкилдәре хәлде тикшерә һәм ысынлап та ауылда һыу менән проблема барлығын асыҡлай. Әлбиттә, һыуҙы бер кем дә махсус рәүештә һүндермәй. Эҫе, ямғырһыҙ көндәрҙә кешеләр күпләп баҡсаларына һыу һибә һәм был баҫымдың ҡапыл кәмеп, һыуҙың туҡтауына килтерә. Проблеманы хәл итеү маҡсатында өҫтәмә скважина ҡаҙыу өсөн тикшереү эштәре башлайҙар.
Ниһайәт, ошо көндәрҙә хакимиәттән тулы яуап килгән.
– Беренсе Май ауылы хакимиәте башлығы Мария Макаренко белдереүенсә, ауылда булған һыу үткәргес ремонтланған, бөтә ватыҡ ерҙәр төҙөкләндерелгән. Кешеләрҙең һыуға ихтыяжы тулы кимәлдә ҡәнәғәтләндерелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эҙләү эштәре барышында өҫтәмә һыу сығанағы табылманы. Ошоға тиклем ҡулланылған скважина һөҙөмтәлерәк эшләһен өсөн ауыл советы яңы ҡеүәтле насос һатып алды, әле уны автоматик режимға көйләү башҡарыла. Был эштәр киләһе йылда һыуға мохтажлыҡ проблемаһын хәл итәсәк, – тине Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас