Инцидент
6 Ноябрь 2020, 16:50

"Торбаларҙы алмаштырҙылар ҙа ул, әммә..."

Өфө ҡалаһының Октябрьский районы халҡы нимәгә зарлана?

Өфө ҡалаһының Октябрьский районы халҡы Урман техникумы, 32 адресы буйынса урынлашҡан йорт янындағы газондарҙың яраҡһыҙ торошона ризаһыҙлыҡ белдергәйне.
Баш ҡаланың был төбәгендә йәшәгән Георгий Малофеев сентябрь аҙағында интернет селтәрендә түбәндәге яҙманы ҡалдыра: "Торбаларҙы алмаштырғандан һуң ни өсөн газондарҙы эшләп бөтмәнеләр, ремонт урынын шул килеш ҡалдырып киттеләр? Канализация ҡоҙоҡтары ла асыҡ ҡалды".
Эргә-тирәлә йәшәгәндәр ҙә был урын хаҡында үҙ фекерҙәрен белдергән.
"Инцидент-Менеджмент" системаһы был мөрәжәғәтте үҙ иғтибарына алғандан һуң, Өфө ҡалаһының Октябрьский районы хакимиәте мәсьәләне хәл итеүгә өлгәште.
"Урман техникумы, 32/1 адресы буйынса эш иткән БашРТС хеҙмәткәрҙәре был урынды тәртипкә килтерҙе", - тип әйтелә Октябрьский районы хакимиәте башлығы Рәил Мирхәйҙәровтың яуабында.
Фото: Инстаграм.
Читайте нас