Инцидент
6 Ноябрь 2020, 17:30

Тротуар ҙа, юл да һалынған

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән Артур Фәнис улы Ильясов ошо биҫтәләге тротуарҙарға ҡағылышлы проблеманы күтәреп сыҡҡайны.

Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән Артур Фәнис улы Ильясов ошо биҫтәләге тротуарҙарға ҡағылышлы проблеманы күтәреп сыҡҡайны. Уның мөрәжәғәттәре “Инцидент-Менеджмент” системаһы тарафынан иғтибарға алынған һәм хәл итеү өсөн тейешле органдарға ебәрелгән.
Артур Ильясов тәүге мөрәжәғәтендә: “Пятерочка” магазинынан Яр буйы урамына сыҡҡан урында асфальт түшәлгән уңайлы тротуар кәрәк”, - тигән һорауҙы күтәрә. Икенсеһенең йөкмәткеһе түбәндәгесә: “Йорт ихатаһы алдынан яр буйына тиклем асфальт юл һалыу талап ителә”.
Был ике мөрәжәғәткә ярашлы, Сипайлово биҫтәһен төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт тарафынан тейешле эштәр башҡарылған һәм фотоотчет бирелгән.
Фото: “Инцидент-Менеджмент” системаһы.
Читайте нас