Инцидент
6 Ноябрь 2020, 19:10

Йөк машиналары туҡтауһыҙ елдерә

Ә балалар йөрөгән урында – бысраҡ.

Өфө ҡалаһының Дим районынан Римида Сафина “Аҡ ысыҡ” торлаҡ комплексы төҙөлөшө башланғас, Минск урамында проблемалар башланыуы хаҡында социаль селтәрҙә яҙма ҡалдырған ине.
“Төҙөлөш өсөн барлыҡ техниканы, материалдарҙы Минск урамы буйлап ташыйҙар. Һөҙөмтәлә асфальтты емереп бөттөләр. Йөрөргә урын да, хатта тротуарҙар ҙа юҡ. Һәр саҡ машина елдерә. Әле балалар йөрөгән урында – бысраҡ. Яҙын йорттарға ла һыу ағасаҡ. Ауыр йөк ташыған машиналарҙың шауынан йорт һелкенә. Зинһар, ярҙам итегеҙ”.
Был мөрәжәғәт "Инцидент-Менеджмент" системаһы тарафынан иғтибарға алынып, тейешле органдарға ебәрелгән. Һөҙөмтәлә Дим районы хакимиәте Левитан урамындағы 38/1-се, 38/2-се, 36/5-се йорттарҙың янында, квартал араһында ремонт эштәренең тамамланыуы хаҡында белдерҙе.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас