“Инцидент-менеджмент” системаһын хәҙер барыһы ла яҡшы белә, сөнки унда барып эләккән һәр мәсьәлә яҡын арала хәл ителә.
Баш ҡаланың Дим районында йәшәгән Илмира Әхмәтдинова ла аптыраған көндән социаль селтәрҙә мөрәжәғәт ҡалдыра: “Муса Йәлил урамындағы 74-се йорт эргәһе оҙаҡ ҡына ҡаҙылды. Ямғыр яуғанда ғына бында эшләнеләр һәм эшләйҙәр. Бөгөн, 16 сентябрҙә, ямғыр аҫтында асфальт түшәйҙәр. Бар юлды боҙоп бөттөләр. Шуға күрә йөрөп булмай, машиналар йөрөмәй: йортобоҙға илткән юл соҡолоп бөтөлгән. Июлдә үк ҡаҙғандар ине. Дим районы хакимиәтенә әллә нисәмә тапҡыр мөрәжәғәт итеүҙән фәтүә юҡ. Тәртип урынлаштырығыҙ”.
Был мөрәжәғәт "Инцидент-Менеджмент" системаһы тарафынан иғтибарға алынғас, Дим районы хакимиәте бына нимә тип яуап биргән: “Йәмле” ("Уютный") торлаҡ-коммуналь ойошмаһы өйгә яҡын биләмәне төҙөкләндереү буйынса барлыҡ эштәрҙе атҡарҙы. Коммуникациялар һалыныу сәбәпле, зыян күргән урындар тәртипкә килтерелде, ағастар ултыртылды. Муса Йәлил урамындағы 74-се йорт эргәһендә лә квартал араһында күләүектәр йыйылмаһын өсөн дренаж ҡоҙоҡ эшләнде".