Инцидент
10 Ноябрь 2020, 19:30

Хәҙер дүрт тапҡыр сығаралар!

“Сүп-сар ваҡытында сығарылмай”. Ошондай ялыуҙарҙың береһе “Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән.

Илдә сүп-сар реформаһы икенсе йыл ғәмәлдә булһа ла, эш һаман тулыһынса көйләнеп бөтмәгән әле. Теге йәки был ерҙән “сүп-сар ваҡытында сығарылмай” тигән хәбәрҙәр ишетелеп кенә тора. Шундай мөрәжәғәттәрҙең береһе “Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән.
"Беҙҙең Илеш районы Түбәнге Йәркәй ауылында “Дүртөйлөмелиоводстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте контейнер майҙансыҡтарынан сүп-сарҙы һайлап ҡына сығара кеүек. Ошо проблеманы яйға һалырға ярҙам итһәгеҙ ине", – тип яҙа Эльвира Әхмәтова.
Был мәсьәләне республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре тикшереп, мөрәжәғәт итеүсегә тулы яуап биргән.
"Илеш районы хакимиәте һәм “Дүртөйлөмелиоводстрой” төбәк операторы етәкселеге менән берлектә кәңәшмә үткәрҙек. Хәлде төрлө яҡлап тикшергәс, ысынлап та, Түбәнге Йәркәй ауылында контейнерҙарҙа сүп-сарҙың йыйылып ятҡаны асыҡланды, аҙнаһына ни бары ике тапҡыр ғына сығарғандар", – тиелә яуапта.
Һөҙөмтәлә бергәләп һөйләшеп, ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтарҙы йышыраҡ сығарырға ҡарар иткәндәр. 19 октябрҙән алып яуаплы ойошма әлеге ауылдан сүп-сарҙы яңы график буйынса – дүшәмбе, шаршамбы, кесаҙна һәм йома көндәре сығара башлаған. Быны “ТКО-Башҡортостан” сүп-сар сығарыуҙы мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы ла дәлилләй.
"Өҫтәп шуны хәбәр итәбеҙ: Башҡортостан Хөкүмәте менән килешеү буйынса, республикала сүп-сар сығарыуҙың түбәндәге графигы билдәләнгән: ҡала һәм район үҙәктәрендә – көн һайын, башҡа тораҡ пункттарҙа кәмендә аҙнаһына бер тапҡыр", – тинеләр министрлыҡта.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас