Инцидент
13 Ноябрь 2020, 13:00

Асфальт та һалынған, ҡыйыҡ та эшләнгән

Баш ҡаланың Октябрь районындағы ҡайһы бер етешһеҙлектәр бөтөрөлгән

Баш ҡаланың Октябрь районындағы ҡайһы бер етешһеҙлектәр бөтөрөлгән
Йәшәгән мөхитебеҙҙең күркәмлеге, таҙалығы, йәшәү шарттарының уңайлылығы кеүек сифаттарға битараф булмаған кешеләр социаль селтәрҙәрҙә проблемалар хаҡында яҙып тора. “Инцидент-менеджмент” системаһы шундай мөрәжәғәттәрҙең береһе – Өфөнөң Октябрь районында йәшәгән Артур Ильясов исемле кешенең бер түгел, ике яҙмаһын иғтибарға алған.
Тәүгеһендә ул Өфө йылғаһы яр буйы урамы, 3/6 йорто яғындағы сүп-сар контейнарҙары ҡуйылған майҙансыҡтың өҫтө асыҡ торғаны, бер ни менән дә ҡапланмағаны тураһында яҙған. “Ошо хәлде төҙәтеү мотлаҡ”, тигән ул.
Икенсе яҙмаһында иһә шул уҡ урамда йәйәүлеләргә урам аша сығырға тәғәйенләнгән урындың асфальтланмауына иғтибарҙы йүнәлтәкән.
Система мөрөжәғәттәрҙе иғтибарға алғас, эштәр көйләнгән. Октябрь районы хакимиәте ике яҙмала ла телгә алынған етешһеҙлектәрҙең бөтөрөлөүе хаҡында хәбәр иткән. Йәғни, сүп-сар ташлай торған контейнерҙар өҫтөнә ҡыйыҡ ябылған, йәйәүлеләр ҙә урам аша тигеҙ асфальт ҡапланмаһы аша сығыу мөмкинлегенә эйә булған.
Читайте нас