Инцидент
13 Ноябрь 2020, 14:30

Күпер төҙөк! Ҡурҡмай йөрөргә була

“Инцидент-менеджмент” системаһына ебәрелгән мөрәжәғәттәрҙең береһе Ғафури районы Дмитриевка ауылына ҡағыла.

“Ауылды район үҙәге менән тоташтырып тороусы күпер алдында бер айҙан ашыу элек ҙур соҡор барлыҡҡа килде. Ауыл халҡы был соҡорҙо урап үтер өсөн баҫыу аша йөрөргә мәжбүр. Ауылда магазин юҡ. Йомоштар менән дә йыш йөрөргә тура килә. Ауыл советының төҙөкләндереүгә аҡсаһы юҡ. Ямғыр яуғанда, бысыраҡ ваҡытта оло йәштәге ата-әсәйҙәремә барып етеүе мең бәлә. Ғәҙәттән тыш хәл була ҡалһа: янғын йә “ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк булһа – машиналар үтә алмаясаҡ. Был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтһәгеҙ ине”, - тип яҙған Антон исемле ир.
Ғафури районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Әхмәтов хәбәр итеүенсә, күпер әлеге мәлдә төҙөкләндерелгән. Машиналарға үтеү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.
фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас