Инцидент
13 Ноябрь 2020, 18:30

Ҡояшлы биҫтәһендә "ҡояш ҡалҡты"

"Төҙөүселәр эште еренә еткерһә, һәйбәт булыр ине лә бит. Күпме ваҡыт уҙҙы, берәүгә бер нәмә кәрәкмәй, ишетеүсе лә юҡ..."

Туймазы ҡалаһының Ҡояшлы биҫтәһендәге Комаров урамы – халыҡ иң күп йөрөгән урын. Әммә, ни өсөндөр, йәйәүлеләр өсөн һалынған юл ҡапыл бордюрға килеп төкәлә, артабан инде һәр кемгә аҫҡа төшөү – ҙур мәшәҡәт. Айырыуса коляска эткән йәш әсәйҙәр ыҙа сигә.
"Тротуарҙан атлап килдем дә көтмәгәндә текә урынға төкәлеп, ҙур ҡаршылыҡҡа осраным. Төҙөүселәр эште еренә еткерһә, һәйбәт булыр ине лә бит. Күпме ваҡыт уҙҙы, берәүгә бер нәмә кәрәкмәй, ишетеүсе лә юҡ", – тип мөрәжәғәт итте "Инцидент"ҡа Айлина Ҡадирова.
Ошо көндәрҙә мәсьәлә хәл ителгән. Туймазы районы хакимиәтенең тирә-яҡты төҙөкләндереү бүлеге белгесе Динара Арыҫланованың һүҙҙәренә ҡарағанда, был урындағы етешһеҙлек тиҙ арала бөтөрөлгән. Халыҡ ҡәнәғәт.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.
Читайте нас