“Инцидент-Менеджмент” системаһы өсөн ҙур йәки ваҡ мәсьәләләр юҡ. Әгәр кешене ниҙер борсой һәм ул был проблема менән социаль селтәрҙәр аша етәкселеккә мөрәжәғәт итә икән, тимәк, ул мөһим.
Яңыраҡ шундай тәү ҡарамаҡҡа ваҡ мәсьәлә менән баш ҡаланың Һәҙиә Дәүләтшина бульварындағы 4-се йорт янында йәшәгән кеше мөрәжәғәт итте.
"Беҙҙең эргәләге ҡоҙоҡ инде нисәнсе аҙна ошондай хәлдә. Өҫтөнә шиндар һалғандар ҙа, шуның менән проблема хәл ителгән тип уйлайҙар, ахыры", – тип яҙҙы Александр Сахаров тигән кеше һәм ябылмаған ҡоҙоҡ фотоһын һалды.
Баш ҡаланың Совет районы хакимиәте был мәсьәләне шул уҡ ваҡытта эшкә ала һәм күп тә үтмәй хәл итә.
"Ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре ҡоҙоҡто алмаштырҙы", – тип яуап бирҙеләр. Быны дәлилләгән фото ла һалынған.