“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалмай. Благовещен ҡалаһынан нимә тип яҙғандар?
“Благовещен ҡалаһының Социалистик урамындағы йорттарҙың тәҙрә төптәренә үк сүп-сар контейнерҙары ҡуйыла. Элек ситтәрәк ине. Хәҙер – йорттарға яп-яҡын. Ҡала хакимиәте ошо урындағы балалар уйын майҙансығын яңыртһа, шәберәк булыр ине. Ике “тау”ҙы ғына алмаштырҙылар ҙа. Зинһар, ярҙам итегеҙ әле. Юғиһә сүп-сар контейнерҙарын аҙым һайын тиерлек ҡуя башланылар”, – тип мөрәжәғәт иткән Благовещен ҡалаһында йәшәгәндәр.
“Балалар уйын майҙансығын хәүефһеҙерәк урынға күсерергә ҡарар иттек. Юғиһә ул машиналар йөрөгән юлға яҡын. Ә был майҙансыҡта, йортта йәшәгәндәр өсөн матур күренеш асылһын тигән маҡсатта, ҙур ҡарағайҙар ултыртыуҙы ойошторҙоҡ. Контейнерҙар майҙансығында иһә подрядсы ойошма ваҡ таш түшәтте. Кәрәкһә, был эште 2021 йылдың яҙында ла ҡабатларбыҙ. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм ташыу буйынса барлыҡ һорауҙар менән 8(34766)2-32-23 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин”, – тип яуап биргәндәр урындағы хакимиәттән.
Фото: Благовещен ҡалаһы хакимимәте.