Инцидент
18 Ноябрь 2020, 09:30

"Урап үтер инек, юл ябыҡ"

Минһажев урамындағы тротуарҙың насар торошона, автомобилдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүенә зарланалар.

"Элек был урынды урап үтеп була ине, хәҙер ҡойма ҡуйғандар, юл ябыҡ", - Өфө ҡалаһының Совет районы халҡы Минһажев урамындағы тротуарҙың насар торошона зарлана.
Һүҙ Минһажев урамы, 162-се йорт эргәһендәге йәйәүлеләр юлы хаҡында бара. Бында ӨДАТУ ятаҡтары янынан үтеү ҡыйынлыҡ тыуҙырған. "Юлда соҡор, баҫҡыстарҙан балалар коляскаһы менән үҙаллы үтеп булмай, ярҙам кәрәк", - тиелә ҡала халҡының "Инцидент менеджмент" системаһына мөрәжәғәтендә.
Улар шулай уҡ тағы бер мәсьәләгә иғтибар итеүҙе һорай: Революцион менән Минһажев урамы киҫешкән ерҙә йыш ҡына автомобилдәр, светофорҙа ҡыҙыл төҫ янһа ла, туҡтап бармай. Шул сәбәпле, йәйәүлеләр юлды һуңлап, уларға тәғәйенләнгән ваҡыттың яртыһы үткәс кенә аша сығырға мәжбүр. "Ошо урынға видеокамера ҡуйһағыҙ ине. Эргәлә генә мәктәп, балалар өсөн был ҡурҡыныс", - тиелә мөрәжәғәттә.
Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте был мөрәжәғәтте иғтибарһыҙ ҡалдырманы - Минһажев урамындағы тротуарҙы ремонтлап, фотоһы менән уртаҡлашты.
"Совет районының коммуналь хеҙмәте Минһажев урамындағы 162-се йорт янындағы тротуарҙы ремонтланы. Юл ҡағиҙәләрен боҙоу тураһындағы мәсьәлә менән ЮХХДИ шөғөлләнә. Әгәр ҙә юл ҡағиҙәләрен боҙоуға шаһит булғанһығыҙ икән, 235-51-11, 233-04-62, 233-27-31 телефондары буйынса шылтыратығыҙ, йәки https://гибдд.рф/request_main интернет-ресурсы аша ғариза ҡалдырығыҙ", - тип яҙа Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Һиҙиәтуллин.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас