Бөтә яңылыҡтар
Инцидент
18 Ноябрь 2020, 21:00

Ут яна, юл һалына

Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылы халҡының мөрәжәғәте ҡәнәғәтләндерелгән.

Ауыл кешеләрен башлыса ниҙәр борсой? Сифатһыҙ юлдар, һыу, яҡтылыҡ, йылылыҡ булмауы. “Инцидент-менеджмент” системаһына ла йыш ҡына ауыл халҡынан ошондай мөрәжәғәттәр килә.
"Ауылыбыҙға әллә ҡасан яҡтылыҡ үткәрҙеләр, тик ҡайһы бер урамдарҙа ут һаман юҡ. Юлдар менән дә шул уҡ хәл. Кинйәбайҙан алып Покровкаға тиклем асфальт юҡ", – тип яҙҙы, мәҫәлән, Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылынан Нурсилә Кинйәбаева.
Яуап оҙаҡ көттөрмәгән. Хәлде тикшергәс, ауыл урамдарында өс фонарҙың янмауы асыҡлана. Әммә проблеманы бик тиҙ яйға һалып булмай: яҡтылыҡ системаһын көйләү өсөн монтажсылар бригадаһының сирләп китеүе сәбәпле, ваҡыт беҙ аҙ һуңғараҡҡа күсерәлә. Ошо көндәрҙә эшселәр һауығып, был бурысты атҡарып та ҡуйған. Хәҙер ауыл урамдарында кис тә яҡты.
Ә юлдарға килгәндә, хәл ҡатмарлыраҡ. “Керәүле-Илюшкин – Яңы Михайловка” автомобиль юлын ремонтлау буйынса шулай: быйыл октябрь башында Керәүле-Илюшкин ауылы аша үткән юлдың 1,3 километрлыҡ участкаһына яңы асфальт түшәнек. Бындай эш бик ҙур сығым талап итә, шуға күрә башҡа өлөш яйлап 2025 йылға тиклем ремонтланасаҡ. Юлдың ҡырсынташлы өлөшөн даими рәүештә грейдер менән тапатып торабыҙ. Һуңғы тапҡыр был эш 23 октябрҙә башҡарылды”, – тип яҙҙы Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас: