Инцидент
2 Декабрь 2020, 16:45

"Бер ниндәй сара күрелмәй..."

Баш ҡаланың Р. Зорге урамында йәшәгәндәр ниндәй шарттарға зарланып мөрәжәғәт итте?

“Инцидент-менеджмент” системаһына баш ҡаланың Р. Зорге урамындағы 28/1-се йортта йәшәгәндәр мөрәжәғәт иткән.
“Эре панелле йортта йәшәйбеҙ. Стеналар һалҡын, йыл әйләнәһенә күк менән ҡаплана. Бер нисә йыл инде 93-сө торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа мөрәжәғәт иттек. Тик бер ниндәй сара күрелмәй...” - тип яҙҙы улар.
Был мөрәжәғәткә Совет районы хакимиәтенән яуап бирҙеләр: “93-сө торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре Р. Зорге урамында урынлашҡан 28/1-се йортта йүнәтеү эштәре башҡарҙы, подъездарға, фатирҙарға һалҡын һауа үтмәһен өсөн, барлыҡҡа килгән тишектәрҙе, ярыҡтарҙы яманы”.
Фото: Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте.
Читайте нас