"Инцидент-менеджмент" системаһына Альберт Солтангиров мөрәжәғәт итеп, Өфөнөң Совет районындағы Ғөбәйҙуллин урамында урынлашҡан 94-се лицейға инә торған төп ҡапҡа алдына сикләү билдәһе ҡуйыуҙы һораған.
Ни өсөн тигәндә, автомобилдәр ҡапҡаға тиклем килеп туҡтап, белем учреждениеһына инеү урынын ҡаплай.
Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илнур Иҙиәтуллин хәбәр итеүенсә, мөрәжәғәттә билдәләнгән етешһеҙлек бөтөрөлгән: 60-сы торлаҡ-эксплуатациялау идаралығы хеҙмәткәрҙәре лицей ҡапҡаһы алдына автомобилдәр туҡтамаһын өсөн сикләү билдәһе урынлаштырған.
Фото: "Инцидент-менеджмент".