Баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән Люба Сабитова “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырғайны.
“Беҙ Әхмәтов урамындағы 322-се йорттоң беренсе подъезында йәшәйбеҙ, - тип яҙҙы ул. - Ямғыр ваҡытында ҡыйыҡтан аҡҡан һыуҙан зыян күрәбеҙ. Подъезды һыуҙан һаҡлау өсөн өҫтәмә тамбур төҙөнөләр. Әммә ваҡыт үтеү менән ул да һыуҙан зыян күрә башланы, әлеге ваҡытта ҡыйыҡтан һыу аға, түбәһе серене. Подъездың бөтә ҡаттарында ла капиталь ремонт эшләнеләр, ә бына тамбур шул килеш тороп ҡалды. Бынан тыш, һыу ағыу юлының дөрөҫ эшләнмәүе сәбәпле, бишенсе ҡаттан икенсегә тиклем балкондарға ла һыу төшә. Ни өсөн ремонтты еренә еткереп эшләмәнеләр?”
“Инцидент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынғас, был мөрәжәғәткә Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенән яуап бирҙеләр.
“30 ноябргә ҡарата подряд ойошмаһы Әхмәтов урамындағы 322-се йорттоң беренсе поъезындағы тамбурға ҡағылышлы эштәрҙе тамамланы. Әгәр өҫтәмә һорауҙар тыуһа, идарасы компанияға – “ТЖХ” йәмғиәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, адресы: М. Ғафури урамы, 101, телефон: 251-11-76”.
Фото: “Инцидент-менеджмент”.