Инцидент
11 Декабрь 2020, 19:45

"Бөтә ергә сүп-сар өйөлдө"

“Инцидент-менеджмент” системаһына Өфө ҡалаһынан Алина Дилявирова нимә тип мөрәжәғәт иткән?

“Инцидент-менеджмент” системаһына Өфө ҡалаһынан Алина Дилявирова мөрәжәғәт иткән.
“Мин баш ҡаланың Интернациональ урамындағы 167-се йортта йәшәйем. Бында төбәк операторы 2020 йылда капиталь ремонт эшләргә тейеш ине, тик “уңышлы” ғына туҡтатып торҙолар. Ике аҙна инде хеҙмәткәрҙәр юҡ, барыһы ла элеккесә. Барлыҡ инструменттар һәм сүп-сар - подъезда. Өҫтәүенә урамға сыҡҡан ишек төбөнә лә ҡый өйөлгән. Ә уның эргәһендә – балалар майҙансығы. Капиталь ремонт подъездың бер өлөшөндә генә эшләнәме? Баҫҡыс эргәһен генә яңыртҡандар. Унда - ике фатир. Бынан тыш, ҡат тамбурында тағы алты фатир бар. Йәнә шуныһы: ошондай эш ойоштороласағы хаҡында бында йәшәгәндәргә хәбәр ителмәне, техник паспортты ла күрмәнек”, – тип яҙған Алина Радионовна.
“2 декабргә ҡарата мәғлүмәт буйынса, “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәттең капиталь ремонты төбәк операторы” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Интернациональ урамындағы һеҙҙең 167-се йорт подъездарҙа комплекслы ремонтты тамамланған”, – тип яуап биргәндәр республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығынан.
Фото: Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Читайте нас