Инцидент
11 Декабрь 2020, 20:30

"Һырғалаҡ насар эшләнгән, боҙ сифатһыҙ"

Өфө ҡалаһының Калинин районында йәшәгән Светлана Зыкина балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн борсолоп мөрәжәғәт итте.

"Инцидент-менеджмент" системаһына Өфө ҡалаһының Калинин районында йәшәгән Светлана Зыкина мөрәжәғәт иткән.
Ул Ушаков урамындағы 62-се һәм 64-се йорттар янындағы һырғалаҡтың бик насар эшләнгәне, боҙҙоң сифатһыҙ булыуы хаҡында белдерә. Шулай уҡ мөрәжәғәт итеүсене һырғалаҡта ут юҡлығы, шул сәбәпле балалар өсөн ҙур хәүефһеҙлек тыуыуы борсой.
Яуап оҙаҡ көттөрмәгән. Светлана Зыкинаның хатына Өфөнөң Калинин районы хакимиәте мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Вера Пояркова түбәндәгесә яуап яҙған:
"Ҡаланың 47-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы директоры Виктор Рогозин белдереүенсә, Ушаков урамындағы 62-се һәм 64-се йорттар янындағы хоккей майҙансығына ут үткәрелгән. Шулай уҡ боҙҙоң тигеҙһеҙлеген бөтөрөү маҡсатында, ул яңынан һыу менән тултырылған. Балалар һырғалаҡта рәхәтләнеп шыуа, ял итә".
Фото: Калинин районы хакимиәте сайты.
Читайте нас