Инцидент
22 Декабрь 2020, 18:15

“Фотошоп тип уйлап ҡуймағыҙ”

Күмертау ҡалаһының үҙәк майҙанында боҙ тауы урынына батут-тау ҡуйғандар, етмәһә, түләүле...

Фотошоп тип уйлап ҡуймағыҙ, был хәл – ысынбарлыҡ. Күмертау ҡалаһының үҙәк майҙанында боҙ тауы урынына батут-тау ҡуйғандар, етмәһә, унан шыуыу түләүле”, - тип яҙа ҡала халҡы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенә.

Күмертауҙар белдереүенсә, Яңы йыл майҙансығы йылдан-йыл йәмһеҙләнә бара, ә батут-тау ҡуйыу бөтөнләй сиктәргә һыймай.

Хөрмәтле Радий Фәрит улы, беҙҙең дә бит балаларыбыҙ бар. Яңы йыл байрамдарында бөтә ерҙә лә улар өсөн тырышалар, ни өсөн беҙҙә генә балаларҙың күңелен күтәреүҙә аҡса эшләп маташалар һуң? Икенсенән, был батут-тау хәүеф сығанағы булып тора. Быға бөтә ҡала халҡы ҡаршы, хакимиәткә генә барыбер”, - тиелә мөрәжәғәттә.

Төҙөлөш, торлаҡ-комунналь хеҙмәте, инфраструктура буйынса Күмертау ҡала хакимиәте был мәсьәләне хәл итергә ашыҡты.

Совет майҙанынан батут-тауҙы алырға ҡарар иттек. Яңы йыл майҙанында кескәйҙәр өсөн бер боҙ тауы ҡуйылған, ҙурырағы төҙөлөү өҫтөндә”, - тип хәбәр итә улар.

Фото: "Инцидент-менеджмент".

Читайте нас