Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы баш ҡаланың Киров районынан Римма Банникованың мөрәжәғәтен теркәгән.
“Мин Ҡариҙел урамындағы 62-се йортта йәшәйем, – тип яҙа ул. – Бына инде бер нисә йыл беҙҙең 25-шәр ҡатлы ике йортҡа, беҙҙекенә һәм 60-сыға, бер генә сүп-сар контейнеры тора. Етмәһә, сүп-сар майҙаны кәртәләнмәгән, шуға ҡалдыҡтарҙы күп ваҡыт ергә лә өйөп китәләр. Ҡыш етһә инде, бөтә ҡый-һай ергә ҡуша туңа. Аҙаҡтан бульдозерҙар уны ҡарға ҡуша өйөп китә”, – тип әсенә хат авторы.
Өфөнөң Киров районы хакимиәтенән алынған яуапҡа һәм фотоһүрәттәргә ҡарағанда, Ҡариҙел урамының 60-сы, 62-се йорттары эргәһенә, ниһайәт, контейнерҙар майҙансығы эшләп ҡуйылған. Унда ҡаты хужалыҡ ҡалдыҡтарын ташлау өсөн биш һәм сүп-сарҙы айырып йыйыуға тәғәйенләнгән өс төрлө контейнер тора. “Халыҡты таҙалыҡты һаҡлауға һәм сүп-сарҙы айырып ташларға саҡырабыҙ”, – тиелә яуап хатында.
Билдәле булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул республика халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".