Инцидент
22 Декабря 2020, 17:30

"Мең тапҡыр насар булһам да..."

Эш һаулыҡҡа бәйле булғанда, шым ҡалыу дөрөҫ түгел.

“Инцидент-менеджмент” системаһына шундай мөрәжәғәт килде.
“Мең тапҡыр насар булһам да, ошаҡлайым әле. Ленин урамындағы 32-се йортта “Смоуки Пипл” тигән ресторан эшләй. Тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, улар таңғы 5-кә тиклем асыҡ, элекке тәртип һаҡлана. Ә яҡын-тирәләге башҡа ресторандар, талаптарҙы үтәп, 23.00 сәғәткә тиклем генә эшләгәс, бында бик күп кеше йыйыла. Ошоға иғтибар итегеҙ әле. Минеңсә, Башлыҡ ҡарары бөтәһе өсөн дә бер булырға тейеш”, – тип яҙҙы Ангелина Поздышева тигән ҡатын.
Республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы был мөрәжәғәткә шунда уҡ иғтибар итте һәм уны тикшерәсәге тураһында әйтте.
"Беҙҙең белгестәр урында булды һәм, ысынлап та, санитар-эпидемиологик талаптарҙың боҙолғанын асыҡланы. Улар таңға тиклем эшләй булып сыҡты. Был учреждениеға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды, уның һөҙөмтәһендә тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк. Беҙҙең министрлыҡ артабан Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указын үтәүҙе контролдә тотасаҡ", – тип яуап бирҙе министр Алексей Гусев.
Эйе, сир әле сигенергә уйламай, талаптар бөтәһе өсөн дә бер булырға тейеш.
Читайте нас