Инцидент
16 Ғинуар 2021, 07:00

“Ағиҙелдә туҡталҡаны таҙартмайҙар”

- Мөрәжәғәттәргә хакимиәт иғтибар итмәй, – тип белдергән ҡалала йәшәүсе Радик Садиҡов.

Ағиҙел ҡалаһынан Радик Садиҡов “Инцидент-менеджмент” системаһына үҙен борсоған мәсьәлә менән мөрәжәғәт иткән.
“Ағиҙел ҡалаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн туҡталҡаны таҙартмайҙар. Мөрәжәғәттәргә хакимиәт иғтибар итмәй”, – тип белдергән ул.
Мөрәжәғәт “Инцидент-менеджмент” системаһына эләккәс, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенән: “Эште ҡарауға алдыҡ. Мәғлүмәтте ҡаланың коммуналь хеҙмәттәренә еткерҙек”, – тип яуап бирәләр. Артабан иһә: “Ағиҙел ҡалаһының коммуналь хеҙмәте туҡталҡа биләмәһен таҙартты”, – тип белдерелә.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас