Инцидент
16 Ғинуар 2021, 06:00

Ауыл төндә лә балҡый

"Проблема буйынса быға тиклем дә мөрәжәғәт иткәйнем, әммә был маҡсатта аҡса бүленмәүе тураһында әйтеләр".

“Инцидент-менеджмент” системаһына 2020 йылдың 1 декабрендә Алла Худинова мөрәжәғәт итә.
“Мин һеҙгә Өфө районы Геофизик ауылында урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итәм. Атай-әсәйем - оло кешеләр, пандемия сәбәпле өйҙә ултыралар. Мин уларға эштән һуң аҙыҡ-түлек килтерәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылда кис йөрөүе хәүефле, сөнки урамдар яҡтыртылмай. Күптән түгел тайып йығылдым, ярай әле йәрәхәт алманым.
Проблема буйынса быға тиклем дә мөрәжәғәт иткәйнем, Чесноковка ауыл Советынан урамдарҙы яҡтыртыу буйынса сметаның әҙер булыуы, әммә был маҡсатта аҡса бүленмәүе тураһында хәбәр иттеләр.
Ауыл урамдарын яҡтыртыуҙы хәстәрләүегеҙҙе һорайым”, - тип үтенә ул.
Күп тә үтмәй, мәсьәлә ыңғай хәл ителә – 8 декабрҙә ауылдың Геологтар урамына энергияны экономиялаусы заманса яҡтыртҡыстар ҡуйыла. Геофизик төндә лә балҡып ултыра хәҙер.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас