Инцидент
16 Ғинуар 2021, 06:30

Клубһыҙ йәшәп булмай

"Инцидент-менеджмент" системаһына эләккәс, ауылдың был проблемаһы тиҙ арала хәл ителә.

Благовещен районының Николаевка ауылы халҡын клубтарының ябыҡ тороуы борсой. Унда йәшәгән кешәләрҙең проблемаһы “Инцидент-менеджмент” системаһына барып эләгә.
“Мәҙәниәт йорто төҙөү һорауы менән мөрәжәғәт итәбеҙ. Беҙҙең Николаевка ауылы йәнле. Ветерандар Советы ла бар, халыҡ та бик әүҙем. Әле саралар һуғыш ваҡыттарынан бирле торған бинала үтә”, - тип яҙған Сергей Жуков тигән кеше.
Благовещен районы хакимиәте был мәсьәлә менән шөғөлләнә башлай. Һәм үткән йылдың һуңғы көндәрендә яңыртылған клуб асыла ла.
“2020 йылдың 30 декабрендә төҙөүселәр Благовещен районының Николаевка ауылы клубы урынлашҡан бинаны ремонтлап бөттө. Шундай эштәр башҡарылды: плинтустар һәм иҫке иҙән алып ташланып, яңы япма йәйелде, стеналарҙы штукатурланылар һәм буянылар, электр сымдары алмаштырылды, яңы яҡтыртҡыстар, розетка, ут тоҡандырғыстар ҡуйылды, сәхнә өсөн подиум эшләнде. Хәҙер Николаевка ауылы кешеләре буш ваҡытын матур мөхиттә үткәрә ала”, - тип яуап бирҙе хакимиәт хеҙмәткәрҙәре.
Фото: Благовещен районы хакимиәте.
Читайте нас