Инцидент
3 Февраль 2021, 15:30

Ҡарҙы ваҡытында таҙартасаҡтар

“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән һәр мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалмай. Был юлы Ауырғазы районының Арыҫлан ауылынан яҙғандар.

“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән һәр мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалмай. Был юлы Ауырғазы районының Арыҫлан ауылынан яҙғандар.
“Ауырғазы районының Арыҫлан ауылында юл буйында ҡойма күтәргәндән һуң, ҡар көрттәре арҡаһында йортҡа эләгеп булмай. Техника юҡ тип, ҡарҙы таҙартмайҙар. Автомобилде трасса буйында ҡалдырырға тейешбеҙ һәм көрт аша йортҡа йүнәләбеҙ. Ауылда йәшәгәндәргә был мәсьәләне нисек хәл итергә?”, - тип мөрәжәғәт иткән ауыл халҡы.
Был хәлгә Ауырғазы районы хакимимиәте түбәндәге яуапты биргән: “Ишле ауыл советы биләмәһе хакимиәтендә Арыҫлан ауылындағы хәлде аныҡланыҡ. Ауыл советы Ауырғазы юл-ремонт участкаһы менән килешеү төҙөгән. 10 ғинуарҙа ҡар күп яуған һәм ауылдағы юлды ҡаплаған. 12 ғинуарҙа ауылдағы юлды таҙартҡандар, юл буйлап үтеп була. Арыҫлан ауылында ҡарҙы ваҡытында таҙартыу мәсьәләһен контролгә алдыҡ”.
Фото: Ауырғазы районы хакимиәте.
Читайте нас