Инцидент
3 Февраля 2021, 16:30

Эшлектән сыҡҡан фонарҙар алмаштырылған

Проблема ыңғай хәл ителгән.

Иглин районының Фрунзе ауылында йәшәгәндәрр социаль селтәрҙәр аша проблемалары менән уртаҡлаша. Бер йыл элек ауылдың урамдары яҡтыртыла. Эш барышында ауылда йәшәүселәрҙең үҙҙәре урынлаштырған шәхси фонарҙары алына һәм ғәйеп була...
Уларҙы хужаларына ҡайтарып биреүҙәрен һорағас, депутат Александр Касьянов фонарҙарҙың ауыл хакимиәте вәкилендә булыуын, яҡтыртҡыстарҙы ауыл хакимиәте хеҙмәтләндерәсәген әйтә. Әммә, Янтарная урамы, 54 адресы буйынса яҡтыртҡыс эшлектән сыҡһа ла, урындағы хакимиәт тарафынан бер ниндәй ҙә сара күрелмәй.
Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проблема ыңғай хәл ителгән, эшлектән сыҡҡан яҡтыртҡыстар яңыға алмаштырылған. Киләсәктә бындай мәсьәләләр буйынса Ҡалтыман ауыл Советына мөрәжәғәт итергә кәңәш итәләр.
Читайте нас