Инцидент
3 Февраль 2021, 17:30

Хәҙер юл ялтырап ята

Ҡарлы ҡышта юл таҙартыуға бәйле мөрәжәғәттәр арта.

Быйылғы ҡыш бик ҡарлы килә. Шуға күрә ҡарҙың ваҡытында таҙартылмауы автоһәүәҫкәрҙәр өсөн дә, йәйәүлеләр өсөн дә ҙур проблема тыуҙыра. “Инцидент-менеджмент” системаһына ҡыш көнө бындай мөрәжәғәттәр арта.
Сираттағыһы Яңауыл ҡалаһынан килгән. Кешеләр ҡаланың М.Горький урамы, 85 йортҡа инә алмауҙары тураһында хәбәр иткән. “Аҙна дауамында әллә нисә тапҡыр идара итеүсе компанияға ла мөрәжәғәт иттек, бер кем дә килмәне”, - тип яҙған был йортта йәшәгән кеше.
“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән был мәсьәлә тиҙ арала хәл ителә лә.
“Һеҙҙе хеҙмәтләндергән “Управ Дом Яңауыл” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Йосопов белдереүенсә, вәғәҙә иткәнсә, 31 ғинуарҙа улар һеҙҙең урамды таҙартҡан”, – тип яуап бирҙе Яңауыл районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Ғилмиев.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас