Инцидент-менеджмент системаһына Туймазы районының Ҡандра ауылынан Айҙар Сәйетгәрәев мөрәжәғәт итә: “Ауылдағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы асылыуға йылдан ашыу ваҡыт үтте, ә бассейнға төшөү өсөн һаман инвалид коляскалары өсөн күтәргестәр ҡуйылмаған. Мин үҙем инвалид коляскаһындамын, йөҙә беләм, үҙемдең дә йөҙгөм, башҡаларҙы ла өйрәткем килә, ә бассейнға инеп булмай. Бар физкультура-һауыҡтырыу комплексы донъяуи стандарттар, заманаса шарттар менән төҙөлгән булһа ла... Зинһар өсөн был мәсьәләгә иғтибар итегеҙ! Ҡандракүлдә лә йөҙә алам, ә ҡышҡылыҡ ни эшләргә?”
Система хеҙмәткәрҙәре был һорауҙы хәл итеү маҡсаты менән Туймазылағы 1-се мәктәп директоры Рим Хәйруллинға мөрәжәғәт иткән һәм күтәргес өсөн матди сығымдар кәрәклеген асыҡлаған. Аҡса үткән йылдың ноябрь башында күсә, әммә уның был махсус ҡоролманы урынлаштырыу өсөн етмәгәне мәғлүм була. Мәктәп етәкселеге сығымдар эҙләүен дауам итә.
Ниһайәт, ошо көндәрҙә был мәсьәләгә нөктә ҡуйылды: кисә мәктәп директоры Рим Хәйруллиндан алынған мәғлүмәт буйынса Ҡандра ауылындағы физкультура-һауыҡтырыу комплексының бассейнында коляскала йөрөгән инвалидтар өсөн күтәргес урынлаштырылды.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙән тыш, был күтәргес оло йәштәгеләргә лә бассейнға төшөргә, унан сығырға ярҙам итәсәк. Инструктор-ҡотҡарыусылар: Рәил Вафин менән Фәрит Вәлиев уларға нисек дөрөҫ ултырып һыуға төшөргә кәрәклеген өйрәтәсәк.