Инцидент
11 Февраля 2021, 14:45

Автобус даими йөрөйәсәк!

Маршрут автобусы Дыуан районының төпкөл ауылдарына ла барасаҡ

Башҡортостанда 2018 йылдың көҙөнән алып эшләп килгән “Инцидент-менеджмент” системаһы ошо ваҡыт эсендә күпме кешегә ярҙам итеп өлгөрҙө икән? Бында мәсьәләләрҙе һәм һорауҙарҙы ҙурға һәм ваҡҡа бүлмәйҙәр, һәр кемгә ярҙам итергә тырышылар. Әйткәндәй, “Инцидент-менеджмент” системаһы Башҡортостанда былтыр барлыҡҡа килгән Республика менән идара итеү үҙәгенең нигеҙе лә булып тора. Был эшмәкәрлекте тағы ла файҙалыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеге бирә.
Системаға килгән сираттағы мөрәжәғәт автобустар йөрөүенә бәйле ине. Ул Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылында йәшәгән Дарья Сәсәнбаеванан килгән.
“Һеҙгә күп бала әсәһе, Заимка ауылы советының мәҙәни ойоштороусыһы яҙа. Беҙ район үҙәгенән 120 километр алыҫлыҡта йәшәйбеҙ. Даими рәүештә балалар менән поликлиникаға барырға, эш буйынса кәңәшмәләргә йөрөргә кәрәк. Ә ауыл биләмәһенә автобус йөрөмәй. Үҙ машинам юҡ, районға сығыр өсөн транспорт юҡ. Күп ауылдаштарыбыҙ ҙа ошо хәлдә. Берәй ҡасан Мәсәғүт-Заимка маршруты булырмы икән?”, – тип яҙа ул.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, маршрут пандемия башланыу менән ябылған булып сыға. Ә хәҙер тергеҙеү бер ни тиклем ауырлыҡтар тыуҙыра. Был йүнәлеш килемле түгел, шуға күрә субсидия алыу еңел булмай. Тик район хакимиәте мәсьәләне хәл итеү өсөн барыһын да эшләй һәм, ниһайәт, ошо көндәрҙә ыңғай яуап әҙер була.
“2021 йылдың 9 февраленән алып Заимка-Мәсәғүт автобус рейсы ебәрелде. Таңғы 7-лә 19 урынлыҡ “Мерседес” автобусы Мәтәүле ауылынан Мәсәғүт йүнәлешендә сығасаҡ. Кире был яҡҡа Мәсәғүт автовокзалынан 16 сәғәттә юлланасаҡ. Урындағы халыҡ был рейс менән әүҙем ҡулланыр тип ышанабыҙ”, – тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Фаил Мөхәмәҙиев.
Фото: fotobus.msk.ru
Читайте нас