Инцидент
11 Февраль 2021, 13:45

Светофор ремонтланды

Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр урамындағы светофор штат режимында эшләй

“Инцидент-менеджмент”системаһына эләккән һәр мөрәжәғәт яуапһыҙ ҡалмай. Был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр урамында йәшәүселәр светофорҙың дөрөҫ режимда эшләмәүенә ризаһыҙлыҡ белдереп яҙғандар.
“Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр урамындағы светофор дөрөҫ режимда эшләмәй. Шул сәбәпле юл киҫелешендә йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғалары булып тора. Урындағы халыҡ ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп ҡараны, әммә мәсьәлә хәл ителмәй ҡала”, - тип мөрәжәғәт иткән урындағы халыҡ.
Был хәлгә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Владимир Куликов түбәндәге яуапты биргән: ”Стәрлетамаҡ ҡалаһының Төҙөүселәр урамындағы светофорға йүнһеҙ автоһәүәҫкәрҙәр зыян килтерҙе. Йәғни, машина менән бәрҙереү һөҙөмтәһендә светофорҙың электр кабеленә зыян килтерелде. 2021 йылдың 3 февраленән светофор штат режимында эшләй”.
Фото: Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте.
Читайте нас