Инцидент
16 Февраль 2021, 15:00

Хәҙер хәүефле түгел!

“Бында трамвайҙан сығыуы мөмкин түгел һәм хәүефле”, – тигән мөрәжәғәт килә.

Башҡортостанда “Инцидент-менеджмент” системаһы 2018 йылдың көҙөнән алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә система меңәрләгән кешенең мөрәжәғәтен ыңғай хәл итергә ярҙам итте. Бында мәсьәләләрҙе һәм һорауҙарҙы ҙурға һәм ваҡҡа бүлмәйҙәр, һәр кемгә ярҙам итергә тырышалар. Әйткәндәй, “Инцидент-менеджмент” системаһы Башҡортостанда былтыр барлыҡҡа килгән Республика менән идара итеү үҙәгенең нигеҙе лә булып тора. Был эшмәкәрлекте тағы ла файҙалыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеге бирә.
Сираттағы мөрәжәғәт Өфө ҡлаһының Октябрь районынан. Ирина Юмашева исемле ҡатынды УМПО-ның икенсе майҙансығы янында урынлашҡан трамвай туҡталышы торошо борсой.
“Бында трамвайҙан сығыуы мөмкин түгел. Туҡталышты таҙартмауҙары арҡаһында йә машиналар йөрөгән юлға, йә трамвай аҫтына ҡолап төшөүөң ихтимал. Был хәл йыл һайын ҡабатлана”, – тип яҙа ул.
Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте мәсьәләне шунда уҡ үҙ контроленә ала һәм тиҙ арала хәл итә.
“Сигналығыҙ өсөн рәхмәт. УМПО-ның икенсе майҙансығы янындағы трамвайҙар туҡтаған биләмәне таҙарттылар. Әгәр һеҙҙең йәнә был биләмәне таҙартыу буйынса һорауығыҙ тыуа икән, Октябрь районының төҙөкләндереү буйынса идаралығы диспетчерҙарына 222-46-40 телефоны буйынса шылтыратығыҙ”, – тигән яуап килә.
Мәсьәләнең ыңғай һәм тиҙ арала хәл ителеүен күргән Ирина Юмашева оператив эш өсөн рәхмәтен белдерергә лә онотмай.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас