Инцидент
17 Февраль 2021, 10:30

“Исмаһам, боҙ таусығы ла юҡ...”

"...Урын күп, әммә унан бер файҙа ла юҡ! Майҙан бушҡа тик тора, машиналарға туҡталҡаны ла киңәйтә алмайҙар!” – тигән мөрәжәғәт авторы.

“Инцидент-менеджмент” системаһы теркәгән мөрәжәғәттәр араһында яңыраҡ Өфөнөң Совет районынан Дилара Кузнецованың яҙмаһы иғтибарға алынған. Автор йорт ихатаһында хатта боҙ таусығы ла юҡлыҡҡа зарланған. “Башҡаһы тураһында инде өндәшеп тә тормайым. Тау төҙөп бирегеҙ беҙгә. Урын күп, әммә унан бер файҙа ла юҡ! Майҙан бушҡа тик тора, машиналарға туҡталҡаны ла киңәйтә алмайҙар!” – тигән мөрәжәғәт авторы. Яҙмаға ихатаның һүрәтен дә беркеткән (фотола).
Һүҙ баш ҡаланың Комсомол урамындағы 27-се, 27/1-се, 27/2-се, 27/3-сө йорттар ихатаһы тураһында барған.
Система теркәгәс, мөрәжәғәт Өфөнөң Совет районы хакимиәте тарафынан күҙәтеүгә алынған. Был вәкәләтле орган хат авторына түбәндәге яуапты ебәргән.
“Аталған йорттар ихатаһында ЖЭУ-15 таусыҡ төҙөп ҡуйҙы. Артабан күркәмләндереү өсөн һеҙгә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ. Был программа “Башҡортостан ихаталары”нан шуныһы менән айырыла: йорттарҙа йәшәгән кешеләр үҙ ихаталарын матурлау буйынса ниндәй эштәр башҡарылырға тейешлеген үҙҙәре һайлай. Программаға бүленгән финанстың 5–10 проценты халыҡ иҫәбенән булырға тейеш. Ихатаны йәмләндереү эштәренең хаҡы ла 1 миллиондан артмай. Программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://ppmi.bashkortostan.ru/site/about һылтанмаһы аша инеп белергә мөмкин”.
Читайте нас