“Инцидент-менеджмент” системаһы республикала 2018 йылдың көҙөнән алып эшләй. Ошо ваҡыт эсендә был система меңәрләгән кешенең мөрәжәғәтен ыңғай хәл итергә ярҙам итте. Бында мәсьәләләрҙе һәм һорауҙарҙы ҙурға һәм ваҡҡа бүлмәйҙәр, һәр кемгә ярҙам итергә тырышалар.
Әйткәндәй, “Инцидент-менеджмент” системаһы Башҡортостанда былтыр барлыҡҡа килгән Республикаға идара итеү үҙәгенең нигеҙе лә булып тора. Был эшмәкәрлекте тағы ла файҙалыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк итеү мөмкинлеген бирә.
Сираттағы мөрәжәғәт Өфө ҡлаһының Калинин районынан килгән. Регина Халиҡова исемле ҡатын белдереүенсә, уларҙың подъезы ҡот осҡос хәлдә.
“Шаҡша биҫтәһендәге Высоковольтная урамы, 8-се йорттоң подъездары бик ҡурҡыныс хәлдә. Ишектәр ябылмай (ә әле ҡыш), шуға бында һәр ваҡыт эскеселәр йыйыла, уларҙы даими ҡыуып сығарып торабыҙ. Ә хәҙер икенсе подъездың ишеге өҫтөндәге ҡыйыҡ боҙолған. Бынан көн һайын балалар менән сығалар, профнастил өҫтөбөҙгә төшөр тип ҡурҡабыҙ”, – тип яҙған ул.
Калинин районы хакимиәте был хәбәрҙе алыу менән эшкә тотона. Тәүге көндө "ЖЭУ-Шаҡша" директоры Айрат Мостафин белдереүенсә, профнастилды алып ташлайҙар, ә иртәгәһенә унда яңыһын ҡуялар һәм ишекте йүнәтәләр.
“Подъездарҙы ремонтлау буйынса хеҙмәтләндереүсе ойошма һеҙҙең йорт халҡы менән йыйылыш үткәрергә планлаштыра, ул март башында буласаҡ. Ваҡыты һәм көнө буйынса алдан хәбәр итәсәктәр”, – тип яуап бирә Калинин районы хакимиәте белгестәре.