Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Стәрлетамаҡ районынан Гүзәлиә Федоренконың мөрәжәғәтен теркәгән.
Николаевка мәктәбе филиалы һаналған Преображеновка ауылындағы мәктәпкәсә йәштәге төркөмдөң йыһазы торошона борсолоуын белдерә ул.
“Тимер карауаттар, йоҡарып бөткән матрастар. Йыһаз ныҡ иҫке. Шуға ҡарамаҫтан, балалар баҡсаһы беҙгә бик ҡәҙерле. Хәлдең ыңғай яҡҡа үҙгәреренә ышанмайым...” - тип яҙа Гүзәлиә Федоренко.
Күп тә үтмәй, Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡовтан мәктәпкәсә йәштәге төркөмдә карауаттарҙың, матрастарҙың яңыртылыуы тураһында хәбәр килә.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".