Инцидент
9 Март 2021, 12:27

Тормоштоң сифатын улар билдәләй

Торлаҡ-коммуналь хужалығының эше заман талаптарына тура киләме?

Бөгөн халыҡты борсоған һәм хәл итеүҙе көткән мәсьәләләр араһында иң ҙур урынды, моғайын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа ҡарағандары алып торалыр. Уларҙы хәл итеүҙе тиҙләтеү маҡсатында Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡарамағында байтаҡтан бирле Йәмәғәт советы эшләп килә. Әммә ул ниҙәр менән шөғөлләнә, тормошобоҙ кимәлен яҡшыртыу өсөн ошо тармаҡтағы ниндәй проблемаларҙы хәл итә – был турала республика халҡы бик хәбәрҙар түгел. Уның күптән түгел булып үткән ултырышы тап ошо һүҙҙәрҙән башланып китте.



Тергеҙергә һәм йәнләндерергә


– Беҙ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың халыҡтың тормош сифатының иң мөһим индикаторына әүерелгән заманда йәшәйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эпидемиологик режим аралашыу мөмкинлектәрен сикләне, – тине осрашыуҙа республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре. – Әммә йәмәғәт ойошмала­рының власть органдары эшмәкәрлеген­дәге әһәмиәтен аңлап, был советтың эшен тергеҙергә һәм йәнләндерергә тәҡдим итәбеҙ.


Министрлыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт советы 2014 йылда булдырылған, уның маҡсаты – граждандарҙың, профессиональ һәм йәмәғәт ойошмаларының республика дәүләт власы органдары менән кешеләрҙең хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау маҡсатындағы хеҙмәттәшлеген, халыҡтың мәнфәғәттәре һәм мохтажлығы иҫәпкә алыныуын тәьмин итеү, министрлыҡ өсөн билдәләнгән дәүләт сәйәсәтенең нисек тормошҡа ашырылыуына контроль.


Видеоконференция рәүешендә барған әлеге ултырышта Йәмәғәт советы секретары, “Башҡортостан Республикаһы тор­лаҡ-коммуналь хужалығы ойошмаларының эш биреүселәр союзы” ассоциацияһының башҡарыусы директоры Эльвира Бикбулатова советтың 2019 һәм 2020 йылдар­ҙағы эшмәкәрлеге тураһындағы отчет доклады менән сығыш яһаны. Был осорҙа ниндәй эштәр башҡарылған һәм, иң мөһиме – торлаҡ-коммуналь хужалығының республика халҡын хеҙмәтләндереүен артабан яҡшыртыуына ниндәй йоғонто яһай алғандар?


Эш планлы рәүештә бара


– Отчет осоронда Йәмәғәт советының эшмәкәрлеге 2019-2020 йылдарға билдә­ләнгән төп саралар планы буйынса алып барылды, – тине Эльвира Юрис ҡыҙы. – Совет составына республиканың профессиональ һәм йәмәғәт ойошмаларында эшләгән 12 кеше инә. Улар республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлы­ғының дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтендәге вакант вазифаларға ҡануниәт нигеҙендә конкурс процедуралары үткәреү буйынса, кор­рупцияға ҡаршы, министрлыҡта аттестация үтеү, торлаҡ-коммуналь хужалығында реформа үткәреүҙе мәғлүмәт таратыу йәһәтенән тәьмин итеү буйынса иң яҡшы проектҡа йыл һайын үткәрелә торған конкурс комиссияларында ағза булып тора.


Улар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проектын, “Башҡорт ихаталары” программаһын һәм башҡа сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Эльвира Бикбулатованың сығышынан күренеүенсә, Совет ағзалары төрлө төбәктәргә тикшереү эше менән барған ведомство-ара комиссияларҙан да ситтә ҡалмай. Былтыр, мәҫәлән, Күмертау ҡалаһына һәм Күгәрсен районының Йомағужа ҡасабаһына эш сәфәре барышында улар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проекты үтәлешен ҡараған, асыҡланған етеш­һеҙлектәр урындағы хакимиәттәргә етке­рел­гән һәм уларҙы төҙәтеү ваҡыты билдәләнгән.


Йәмәғәт советы Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы менән дә әүҙем хеҙмәт­тәшлек итә. Палата ойошторған төрлө форумдарҙа һәм уҡытыу семинарҙарында улар даими ҡатнаша. “Башҡортостан – йәмәғәтселек әүҙемлеге биләмәһе” прог­рам­маһы сиктәрендә улар муниципаль берекмәләрҙә зона семинарҙары үткәрҙе, йәмәғәтселек контроле буйынса методик тәҡдимдәр эшләүҙә ярҙам итте.


Министрлыҡтың был йәмәғәт ойошмаһы халыҡ өсөн дә, торлаҡ фондын хеҙмәтлән­дергән предприятиелар өсөн дә аңлатыу эше алып бара, торлаҡ-коммуналь хужа­лығы мәсьәләләре буйынса аңлатмаларҙы, торлаҡ ҡануниәтендәге үҙгәрештәрҙе һәм көнүҙәк яңылыҡтарҙы совет ағзалары үҙ предприятиеларының интернет порталдарында урынлаштыра.


Кадрҙарҙың оҫталығы – төп шарт


Ассоциацияның башҡарыусы директоры раҫлауынса, Йәмәғәт советы ағзалары Өфө дәүләт нефть техник университеты менән “Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалығы ойошмалары­ның эш биреүселәр союзы” берлектә әҙерләгән белем биреү программаларына эксперт баһаһы бирә. Был эштең маҡсаты – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министр­лығы тормошҡа ашыра барған проекттарҙы квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү.


2019 йылдың октябрендә Күмертауҙа һәм 2020 йылдың сентябрендә Учалы ҡалаһында Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларында эшләүселәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса республика конкурстары уҙғарыл­ды. Судьялар комиссияларына Ми­нистрлыҡтың Йәмәғәт советы ағзалары ла индерелгән. Шулай уҡ улар Өфө ҡалаһының Йәмәғәт палатаһы менән берлектә “Өфө шишмәләре” проектын эшләүҙә ҡатнашҡан, баш ҡала биләмәһен­дәге шишмәләрҙе ҡарап сыҡҡан һәм уларҙы төҙөкләндереү буйынса “юл картаһы”н раҫлаған. Былтыр, эпидемиологик хәлдең ҡатмарлы булыуы сәбәпле, күпселек саралар онлайн форматта уҙғарылған.


Яуаплылыҡты көсәйтергә


– Совет ағзаларының төҙөкләндерелгән биләмәләрҙе – парктарҙы, скверҙарҙы, ихаталарҙы йөрөп сығыуын, ҡулланылған төҙөлөш материалдарының сифатын, балалар өсөн конструкцияларҙың хәүефһеҙ­леген, майҙансыҡтары проектлауҙың нормаға тура килеүен тикшерергә, – тигән талап ҡуйылды ултырышта.


Яҡын арала Йәмәғәт советы ағзалары­ның түбәндәге йүнәлештәрҙә тәҡдимдәр әҙерләйәсәге тураһында һөйләшеп килешелде: идарасы компанияларҙың рейтингын төҙөү, ошо компанияларҙың дөйөм йорт иҫәпләү приборҙарын дөрөҫ эшлә­теүенә контролде көсәйтеү, Башҡортос­тандың ҡала мөхите сифаты һәм йәштәрҙе ҡала мөхитен яҡшыртыуға йәлеп итеү мәсьәләләре буйынса Рәсәй төҙөлөш министрлығы рейтингындағы урынын күтәреү, йәмәғәт биләмәләренең рейтингы буйынса интернет селтәрендә электрон тауыш биреүҙе ойоштороу.


Бындай йәмәғәт советтары башҡа министрлыҡ һәм ведомстволарҙа ла эшләй. Рәсәй Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Ольга Панчихина ултырышта уларҙың һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаны. Был советтар менән хәҙер кәмендә өс айға бер тапҡыр осрашыуҙар үткәрелеп торасаҡ. Тимәк, халыҡты борсоған һәм кисекмәҫтән хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр министр­лыҡтар, башҡа ведомстволар етәкселегенә ошондай советтар аша ла еткерелеп торасаҡ. Әлбиттә, уларҙың үтәлеше артабан да объектив контролдә тотоласаҡ.


Николай ЕЛЬНИКОВ,

Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары:

– “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк проектының төп бурыстары иҫәбендә – граждандарҙың йәшәү уңайлылығын яҡшыртыу. Проект сиктәрендә беҙҙең министрлыҡ йәмәғәт биләмәләрен – парктарҙы, скверҙарҙы, яр буйҙарын, аллеяларҙы – төҙөкләндереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашыра. Был биләмәләрҙең күпселегендә балалар майҙансыҡтары булдырылды, спорт комплекстары урынлаштырылды, заманса арт-объекттар ҡуйылды, юл япмалары ремонтланды, велосипед һәм йүгереү юлдары һалынды.


Хәҙерге мәлдә Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә 2022 йылда төҙөкләндереү планлаштырылған йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса онлайн тауыш биреүҙе ойоштороу бурысы йөкмәтелгән. Бының өсөн “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһын үҙгәртеү сиктәрендә халыҡ менән кире бәйләнештең берҙәм федераль программаһы эшкә ҡушыласаҡ. Проектты ойоштороусы – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы, “Диалог Төбәктәр” берекмәһе. Был эштең әҙерлек осоро ғинуарҙа башланды һәм уны 25 апрелгә саҡлы тамамларға уйлайҙар. Беҙ республикала төҙөкләндереләсәк биләмәләрҙе һайлап алыуҙа ҡатнашыуға муниципаль берәмектәр халҡын йәлеп итеү буйынса план эшләнек. Һәр муниципаль районда киләһе йыл төҙөкләндерергә мөмкин булған биләмәләр һайлап алыуға тәҡдим ителәсәк.


Тауыш биреүҙе быйыл 26 апрелдән алып 30 майға саҡлы үткәреү планлаштырыла. Тимәк, һәр кемдең үҙ ҡалаһын һәм ауылын үҫтереүҙә ҡатнашыу мөмкинлеге тыуа. Тауыш биреүгә йомғаҡлау 31 майҙан 30 июнгә саҡлы яһаласаҡ, был процеста еңеп сыҡҡан проекттарҙың мониторингын 1 июлдән 31 декабргә саҡлы үткәреүҙе күҙаллайбыҙ. Вазифама ярашлы, муниципалитеттарҙа ошондай төҙөкләндерелгән биләмәләрҙә йыш булырға тура килә, кешеләрҙең был объекттарҙа ваҡыт үткәрергә яратыуын һәм иркенләп ял итеүен күрәм – тимәк, эшебеҙ юҡҡа түгел.
Читайте нас