Инцидент
18 Март 2021, 15:15

"Күп тапҡыр мөрәжәғәт итһәм дә, хәл үҙгәрмәй”

- Бигерәк тә балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн борсолабыҙ, - тип әсенеп яҙа ҡатын.

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы Өфөнөң Калинин районынан Регина Халиҡованың мөрәжәғәтен теркәгән.
Шаҡша биҫтәһендәге Юғары вольт урамында урынлашҡан 8-се йорттоң подъезы торошона борсолоуын белдерә ул. “Подъездар ҡот осҡос хәлдә. Ишектәре бер ҡасан да ябылмай, хатта ҡыш көндәрендә лә. Шул сәбәпле, алкоголь менән мауыҡҡан әҙәмдәр йыйыла. Ҡыуып сығарһаң да, кире киләләр. Икенсе подъездың козырегы төшөргә тора. Бигерәк тә балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге өсөн борсолабыҙ. Проблеманы хәл итеүҙәрен һорап күп тапҡыр мөрәжәғәт итһәм дә, хәл үҙгәрмәй”, - тип әсенеп яҙа ҡатын.
Йортта йәшәгәндәрҙе борсоған мәсьәлә тиҙ арала хәл ителә. 15 мартта Шаҡша торлаҡ-эксплуатациялау участкаһы директоры Айрат Мостафин Юғары вольт урамындағы 8-се йорт подъездары алдына яҡтыртҡыстар ҡуйылғаны тураһында ла хәбәр итә.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас