Инцидент
18 Март 2021, 18:50

Һыу колонкаһы туңған

"Өс көн һыуһыҙ интегәбеҙ", - тип мөрәжәғәт итте Өфө ҡалаһында йәшәгән күп балалы әсә.

“Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул халыҡтың көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
"Һаумыһығыҙ! Өфө ҡалаһының Дыуан урамы, 63 адресы буйынса урынлашҡан йорт янындағы һыу колонкаһы өсөнсө көн эшләмәй, туңған. Быға тиклем дә туңып тороуы күҙәтелде. Колонка эргәһендәге ҡар өйөмө һыуға йөрөүселәр тарафынан һәр саҡ таҙартылды. Әле уның яны боҙ менән ҡапланған. Миңә, күп балалы әсә булараҡ, һыуҙы күп тотонорға һәм ташырға тура килә. Өсөнсө көн колонканан һыу сыҡмай. Кемгә мөрәжәғәт итергә?" тип яҙа Киров районынан күп балалы ҡатын.
“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән мөрәжәғәт тиҙ арала хәл ителгән. "Өфөводоканал” хеҙмәткәрҙәре тарафынан Дыуан урамындағы һыу колонкаһы йылытылған, һыу аға башлаған. "Әгәр ҙә һыу менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар килеп сыҡһа, 284-15-30 телефонына шылтыратығыҙ", - тип яҙа Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Антон Тарасов.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас