Инцидент
18 Март 2021, 09:30

“Һыуһыҙ нисек йәшәргә?..”

“Инцидент-менеджмент” системаһына Өфө ҡалаһы Киров районынан Сергей Иванов мөрәжәғәт иткән.

“Кооператив ялан биҫтәһендәге Мәктәп, Мәктәп тыҡрығы, Бәләкәй Мәктәп урамдарындағы үҙәк һыу үткәргес туңды һәм 10 йорт һыуһыҙ ҡалды. Дүрт тәүлек үтте, әммә өйҙәрҙә һыу әле һаман юҡ. “Өфөводоканал” һыуҙың йортҡа индерелгән урынында һыуҙың туңыуы, ә уның үҙҙәренә ҡарамауы хаҡында белдерә һәм баш тарта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ла иғтибар итмәй. Ә ғәмәлдә үҙәк торба туңған.
Йортомда – бәләкәй бала. “Өфөводоканал” менән килешеү ҙә бар. Был осраҡта беҙгә нимә эшләргә? Йәйҙе көтөргәме? Ашығыс ярҙам хеҙмәттәре ниңә иғтибар итмәй? Нисек кешеләргә йортта һыуһыҙ йәшәргә? Ә урамда – XXI быуат. Был осраҡта кем яуап бирергә тейеш?” – тип яҙған Өфө ҡалаһының Киров районынан Сергей Иванов.
“Инцидент-менеджмент” системаһына эләккән мөрәжәғәт тиҙ хәл ителә. Был юлы ла Киров районы хакимиәте түбәндәге яуапты яҙған: “11 мартҡа ҡарата Кооператив ялан биҫтәһендә, аныҡлап әйткәндә, Мәктәп, Мәктәп тыҡрығы, Бәләкәй Мәктәп урамдарында йәшәүселәрҙе һыу менән тәьмин итеү тергеҙелде. Йорттарҙа һыу бар”.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас