Инцидент
24 Март 2021, 16:30

Боҙбармаҡтар хәүеф тыуҙыра

“Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы баш ҡаланың Октябрь районынан Эдуард Бикбулатовтың мөрәжәғәтен теркәгән.

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһы баш ҡаланың Октябрь районынан Эдуард Бикбулатовтың мөрәжәғәтен теркәгән.
Октябрь проспекты, 128/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттоң ҡыйығы кәрнизендә, улағында хасил булған боҙбармаҡтарҙың хәүеф тыуҙырыуына борсолоуын белдерә ул. Уларҙы алыуҙарын үтенә.
Октябрь районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Раил Мирхәйҙәров хәбәр итеүенсә, 22 мартта мөрәжәғәттә күрһәтелгән йорттоң ҡыйығы өҫтәмә рәүештә таҙартыла.
Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас