Инцидент
24 Март 2021, 18:00

“Машина менән ихатаға инә алмай инек”

Мөрәжәғәт авторы “Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, барыһы ла тәртиптә!” тигән яуап ҡалдырҙы.

Баш ҡаланың Ленин районында йәшәгән Анна Шункова “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырғайны.
“Мостай Кәрим урамындағы 6-сы йорт ихатаһына һәм йорт янына ингән ергә законһыҙ рәүештә бетон ярымшарҙар ҡуйып, юлды ҡапланылар. Хәҙер унда “Ашығыс ярҙам” да үтә алмай, машиналарҙы ҡуйырға урын да юҡ. “Арт-Квадрат” үҙәге был биләмәлә йәшәгәндәргә Коммунистик урамындағы туҡталҡанан урындар бирергә вәғәҙә итте, әммә әле булһа рөхсәт ала алмайбыҙ, шылтыратыуҙарға, мөрәжәғәттәргә яуап бирмәйҙәр. Туҡталҡа биләмәһе файҙаланыуға тапшырылыу менән был йортта йәшәгәндәрҙең бөтәһенә лә машина ҡуйыу урыны биреләсәге тураһында хат бар. Туҡталҡа күптән эшләй, әммә беҙ унда инә алмайбыҙ. Ошо мәсьәләне хәл итеүҙә булышлыҡ күрһәтеүегеҙҙе һорайбыҙ”.
“Инцидент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынғас, был мөрәжәғәткә Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенән яуап бирҙеләр.
“17 мартта “Арт-Квадрат” үҙәге хеҙмәткәрҙәре системаны тергеҙҙе. 6-сы йорт ихатаһына ингән урындағы шлагбаум эшләй. Әгәр өҫтәмә һорауҙар тыуһа, Өфөнөң Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Телефондар: 229-04-29, 229-04-30, 229-04-31”.
Яуапты алғас, мөрәжәғәт авторы Анна Шункова “Ярҙам өсөн ҙур рәхмәт, барыһы ла тәртиптә!” тигән яҙма ҡалдырҙы.
Фото: svoidom-dv.ru
Читайте нас