Инцидент
24 Март 2021, 17:45

Өс көн һыуһыҙ интеккәндән һуң...

“Инцидент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынғас, зыян күргән канализация селтәре тулыһынса тергеҙелгән.

Баш ҡалала йәшәгән Марина Карташова “Бәйләнештә” социаль селтәрендә түбәндәге мөрәжәғәтте ҡалдырғайны.
“Мостай Кәрим урамындағы 5-се йортта өсөнсө тәүлек инде канализация эшләмәй. Бөтә ҡоҙоҡтар ҙа тулы! Фатирҙарҙағы раковиналарҙа һыу тора, ул иҙән аҫтына төшә. Хәҙер һыу туңды. Кисә, бөгөн “Водоканал”ға ғаризалар ебәрҙек. Әлегәсә бер кем дә килмәне. Төрлө сәбәп табалар: “ғариза иҫәпкә алынды”. Һыуһыҙ һәм канализацияһыҙ нисек йәшәргә? Бөгөн дүртенсе көн бит инде. Ярҙам итегеҙ, зинһар!”
“Инцидент” системаһы тарафынан иғтибар үҙәгенә алынғас, был мөрәжәғәткә Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенән яуап бирҙеләр.
“16 мартта “Өфөводоканал” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре зыян күргән канализация селтәрен тулыһынса тергеҙҙе. Әгәр өҫтәмә һорауҙар тыуһа, идарасы компанияға – “ТЖХ” ЯСЙ-һына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Адресы: Ғафури урамы, 101, телефон: 251-11-76. Шулай уҡ Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә лә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефондар: 229-04-29, 229-04-30, 229-04-31”.
Фото: “Инцидент-Менеджмент” системаһы.
Читайте нас