Инцидент
25 Март 2021, 15:15

"Күпме мөрәжәғәт итеп тә, яуап булмағайны"

- Өйҙөң беҙгә ҡағылышы юҡ, кабель беҙҙеке түгел, тиҙәр...

"Инцидент-менеджмент"ҡа теге йәки был мәсъәләне хәл итеүҙе һорап яҙған мөрәжәғәтнәмәләр килеүен дауам итә.
Шуларҙың береһе – Өфө ҡалаһының Совет районында йәшәгән Артур Халиҡов Октябрь проспектындағы 22-се һәм 24-се йорттар араһында кабель сымының һәленеп тороуы хаҡында хәбәр итә.
“Торлаҡ-эксплуатациялау идараһынан “Өйҙөң беҙгә ҡағылышы юҡ, кабель беҙҙеке түгел” тиҙәр, ә был юл буйлап көн дә ата-әсәләр балаларын баҡсаға, мәктәпкә алып йөрөй”, - тип белдерә ул.
Совет районы хакимиәте был мөрәжәғәтнамәне иҫәпкә алып, мәсьәләне хәл итеүгә өлгәште, хужаһыҙ кабель сымының алыныуы хаҡында яҙҙы.
“Хакимиәткә рәхмәт, махсус хеҙмәттәргә был һорау менән мөрәжәғәт итеп, бер яуап та ала алмағайным”, - тине Артур Халиҡов.
Фото: "Инцидент-менеджмент".
Читайте нас