Инцидент
31 Март 2021, 15:45

Был дарыуҙар балаға йәшәү өсөн кәрәк

"Инцидент-менеджмент" системаһы был мәсьәләне лә ыңғай хәл итеүгә булышлыҡ ҡылды.

Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Системаға килгән һорауҙар бихисап. Уларҙың ҙур өлөшө торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына ҡағылһа, сәләмәтлек һәм ғүмер өсөн мөһим һорауҙар ҙа байтаҡ. Шуларҙың береһе – йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе.
Ошондай мөрәжәғәт февраль башында Туймазы районында йәшәгән Ольга Каратаеванан килә. Белдереүенсә, былтыр декабрь башында уның балаһына федераль льгота буйынса туғыҙ ҡап Акку Чек тест һыҙаттары алыуға рецепт бирелә. Тик уларҙың булмауы сәбәпле көтөргә ҡушалар. Ике ай ваҡыт үткәс тә балаға йәшәү өсөн кәрәк әйберҙәрҙең килеп етмәүе әсәне бик борсолдора. Һәм ул мәсьәләне хәл итеүҙе һорай.
Дарыуҙар, ысынлап та, булмай сыға, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының уларҙы алғанын көтөргә тура килә. Һөҙөмтәлә ошо көндәрҙә мәсьәлә ыңғай хәл ителә.
“Туймазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбир Ғиздәтуллин белдереүенсә, һеҙҙең балағыҙ 26 мартта туғыҙ ҡап MiniMed MMT 332A 3 мл №10 инсулин помпаһы өсөн резервуар, 27 ҡап Акку Чек Перформа тест һыҙаты, һигеҙ ҡап MiniMed Paradigm инсулин помпаһы инфузияһы өсөн ҡулайлама алған. Әгәр һорауҙарығыҙ булһа, район педиатры Людмила Хромыхҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ”, – тигән яуап килә.
Ольга Каратаева мәсьәләһе хәл ителгән өсөн ҙур рәхмәтен белдерә.
Читайте нас