Инцидент
31 Март 2021, 16:45

Ике аҙналыҡ сиратҡа эләккәс...

"Ғаилә башлығына вахтаға эшкә китергә кәрәк. Прививка һалмайынса, уны ҡабул итмәйәсәктәр".

Социаль селтәрҙәге автоматлаштырылған “Инцидент-менеджмент” мөрәжәғәттәр системаһына Краснокама районынының Әмзә ҡасабаһынан ирле-ҡатынлы Ғәтиәтуллиндар мөрәжәғәт итә. Уларҙы вакцинациялау мәсьәләһе борсой.
“Беҙ Краснокама районының Әмзә ҡасабаһына йәшәйбеҙ. Теркәлгән поликлиникабыҙ Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан. Вакцинациялауға яҙылырға булғайныҡ, ике аҙналыҡ сиратҡа эләктек. Ғаилә башлығына вахтаға эшкә китергә кәрәк. Прививка һалмайынса, уны ҡабул итмәйәсәктәр. Был мәсьәләне нисек хәл итергә?” ти Ғәтиәтуллиндар.
Мәсьәләне хәл итеүҙе Нефтекама үҙәк дауаханаһының баш табибы Морат Афзалов үҙ контроленә алған. Ғәтиәтуллиндарҙы 29 мартта прививкаға саҡырғандар һәм тәүге вакциацияны эшләгәндәр.
Мөрәжәғәттең тиҙ арала ыңғай хәл ителеүенә ҡыуанып, Ғәтиәтуллиндар рәхмәт һүҙҙәрен еткергән. “Прививканың беренсе этабын һәйбәт үткәрҙек. Артабан ауырыуға бирешмәҫбеҙ тип өмөтләнәбеҙ”, - ти улар.
Читайте нас