Инцидент
31 Март 2021, 18:00

Шул төндә үк хәл иттеләр

Өфөнөң Ибраһимов бульварындағы ниндәй хәл "Инцидент-менеджмент" системаһына яҙырға мәжбүр иткән?

Өфө ҡалаһында йәшәгән Елена Киселева аптыраған көндән: “Өфөнөң Ибраһимов бульварындағы 21-се йорт янында соҡорға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым. Соҡор ҡоҙоҡ эргәһендә! Водителдәр шунда эләгә, техника зыян күрә. Тиҙ генә ремонт эшләүегеҙҙе үтенәбеҙ”, – тип “Инцидент-менеджмент” системаһына мөрәжәғәт иткән.
Өфө ҡалаһының Совет районы етәкселеге 28 мартта “Инцидент-менеджмент” системаһына килгән был мөрәжәғәт буйынса шул көндә үк сара күргән. Коммуналь хеҙмәттәр соҡорҙо 28-нән 29 мартҡа ҡарай төндә үк ямап ҡуйған.
Шулай уҡ, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, 2021–2022 йылдарҙа Ибраһимов бульварын ремонтлау ҡаралған, тип хәбәр итәләр Совет районы хакимиәтенән. Проект автомобиль һәм йәйәүлеләр юлын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Ибраһимов бульварында башҡарыласаҡ эштәр менән https://ufacity.info/press/news/395083 cfqnsylf nfysif fkf8s4s7/ сайты аша таныша алаһығыҙ.
Фото: Өфөнөң Совет районы хакимиәте.
Читайте нас