Инцидент
31 Март 2021, 13:30

Сылбырҙар тиҙ арала ҡуйылған

Мөрәжәғәт авторы мәсьәләне оҙаҡҡа һуҙмайынса хәл иткән өсөн рәхмәт белдергән.

Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшсәһе булған “Инцидент менеджмент” системаһына төрлө хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе һораған мөрәжәғәттәр даими килә.
Өфө ҡалаһының Совет районында йәшәгән Александр Сахаров Достоевский урамының 141-се йорто янындағы автомобиль ҡуйыу урынын сылбырҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан.
Мөрәжәғәткә баш ҡаланың Совет районы хакимиәте яуап бирҙе. “29 мартта Достоевский урамындағы 141-се йорт янындағы туҡталҡала тростар һәм сылбырҙар ҡуйылды. Киләсәктә бындай һорауҙар менән Совет районының коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлегенә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итәбеҙ, телефон: 272-16-10”, - тип әйтелә яуап хатында.
Үҙ сиратында мөрәжәғәт авторы Александр Сахаров мәсьәләне тиҙ арала хәл иткән өсөн рәхмәт белдергән.
Фото: “Инцидент менеджмент” системаһы.
Читайте нас