Мәғлүм булыуынса, “Инцидент-менеджмент” системаһы – Башҡортостанда күптән түгел эшләй башлаған Республика менән идара итеү үҙәгенең бер өлөшө. Ул төбәк халҡының көндәлек һорауҙарын асыҡлап, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлаша.
Мөрәжәғәттәрҙең ҙур өлөшө сүп-сар реформаһына бәйле. Баш ҡаланың Орджоникидзе районында Рәсәй урамы, 20-се йортта йәшәгән бер кеше системаға мөрәжәғәт итеп, уларҙа ҡасан сүп-сарҙы айырып йыйыу башлана тип һораған.
Район хакимиәте был мәсьәлә буйынса түбәндәге аңлатманы биргән. “21 ғинуарға ҡарата Өфө ҡалаһында сүп-сарҙы быяла, пластик, ҡағыҙ фракциялары буйынса айырып йыйыу өсөн махсус контейнерҙар менән 113 контейнер майҙансығы тәьмин ителгән. Бынан тыш, 1100 майҙансыҡта ПЭТ-тараны йыйыу өсөн сетка ҡуйылған. Шуныһын билдәләйбеҙ, 2020 йылда Рәсәй урамы, 20-се йорт янындағы контейнер майҙансығын ҡыйыҡ аҫтына алдылар, металл контейнерҙар урыны заманса пластикты ҡуйҙылар. 10 апрелгә тиклем идарасы компания эшселәре сүп-сарҙы айырып йыйыу контейнерҙарын ҡуйыу өсөн өҫтәмә ҡыйыҡ секцияһын урынлаштырасаҡ”, – тип яҙҙылар.
Һәм бына билдәләнгән срокка етеп тә өлгөрмәй, март аҙағында эш еренә еткерелеп тә ҡуйылған. Майҙансыҡҡа сүп-сарҙы айырып йыйыу өсөн өҫтәмә контейнерҙар ҡуйылған. “Һеҙҙең районда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” предприятиеһы башҡара. Уны көн һайын сығарырға тейештәр. Әгәр график боҙолһа йәки рөхсәтһеҙ сүплек табылһа, 8-986-704-40-88 йәки 8 (800) 775-77-61 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә, фото һәм видеоға төшөрөргә кәңәш итәбеҙ”, – тип яҙҙы район хакимәте вәкиле.