“Инцидент-менеджмент” системаһына Дүртөйлө районынан Илшат мөрәжәғәт ҡалдырған. “Яңы йылдан Исмаил ауылында сүп-сарҙы аҙнаһына бер - йәкшәмбе көндө генә йыялар. Контейнерҙар ҡуйылмаған. Был ауыл халҡына ҙур уңайһыҙлыҡтар килтерә. Айырыуса өлкән йәштәгеләр йонсой”, - тип яҙған Илшат.
Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов хәлгә асыҡлыҡ индергән.
- Әлегә Исмаил ауылында күсмә осор бара. Быға тиклем тоҡтарға йыйылған сүпте “Речник” тип аталған ойошма атҡарһа, әлеге мәлдә төбәк операторы шөғөлләнә һәм сүпте ысынлап аҙнаһына бер генә йыя ине. Әммә был ваҡытлыса сара булды, - тип яҙа Риф Йосопов.
Редакцияға билдәле булыуынса, әле Исмаил ауылында сүп-сар йыйыр өсөн биш майҙансыҡ эшләнгән, 16 контейнер ҡуйылған. Сүпте төбәк операторы аҙнаһына өс тапҡыр сығара.
- Әгәр ауыл халҡы кәрәк тип тапһа, контейнерҙар һанын күбәйтергә була, - тип вәғәҙәләй район хакимиәте башлығы.
фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан алынды.