Милли батырыбыҙ исемен йөрөткән Салауат ҡалаһының бер нисә уҡыу йорто биналары алдында йыл да яҙғыһын уҡыусы балалар күл кисеп уҡырға йөрөргә мәжбүр. Халыҡ ошо мәсьәләне ыңғай хәл итеүҙе һораған.
“Хәйерле көн! Һүҙем – Салауат ҡалаһының 25-се гимназияһы тураһында. Йыл һайын бында һыу күлдәй йәйелеп ята, уҡыусылар нисек мәктәпкә барырға тейеш? Ҡойма буйлапмы?! 4-се мәктәп янында ла шундай уҡ хәл. Ни өсөн ЖЭУ һәм ҡала хакимиәте был мәсьәләне хәл итмәй?” – тип мөрәжәғәт иткән салауаттар инцидент-менеджмент системаһына.
Күп тә үтмәне, Салауат ҡалаһы хакимиәтенән яуап килгән.Ҡала хужалығы идаралығы начальнигы Булат Садиҡов әйтеүенсә, 2021 йылдың 7 апрелендә 25-се гимназия һәм 4-се мәктәп тирәһендәге һыуҙы ҡеүәтле насос ярҙамында һурҙыртып алғандар.
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте.